+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!

 "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең август айына йомғаҡ яһаныҡ. Был юлы Көйөргәҙе, Әбйәлил, Бөрйән райондарынан, Ишембай, Баймаҡ, Мәләүез ҡалаларынан өс ҡыҙ һәм өс егет һынау тотто. «Йәншишмә» гәзитенең сайтында республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән иң шәп, иң әүҙем, иң һәләтле уҡыусылар хаҡында уҡып, моғайын, һеҙ ҙә ҡыуанғанһығыҙҙыр. Ә еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме?

Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!
Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!

Егеттәр араһында - Мәләүез ҡалаһынан Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһының III синыф уҡыусыһы Самир Латипов, ә ҡыҙҙарҙан Баймаҡ ҡалаһындағы 4-се лицейҙың II синыф уҡыусыһы Ғәлиә Хәмитова еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының IV cиныф уҡыусыһы Рамаҙан Зарипов — II, Әбйәлил районы Яңы Балапан мәктәбенең VI синыф уҡыусыһы Шамил Ишмөхәмәтов III урын яуланы.

Ҡыҙҙар араһында Бөрйән районы Байназар мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы Дилиә Зәйнуллина — II, Көйөргәҙе районы Яҡшембәт мәктәбенең V синыф уҡыусыһы Алһыу Рафиҡова III урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!
Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!
Ғәлиә менән Самир - еңеүселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: