Рамаҙандың исеме ауыл, районда ғына түгел, республикала ла күптәргә таныш. Алты йәшенән вокал менән мауыға, атаһы етәкләгән ҡурайсылар ансамбленең солисы. Оҫта бейеүсе лә үҙе. Лицейҙарында эшләп килгән театр түңәрәгенә лә йөрөй, КВН-да ла уйнай, шиғыр һөйләү оҫтаһы ла.
Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, әллә күпме диплом, миҙал, Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Мәҫәлән, 2019 йылда Дүртөйлө ҡалаһында үткән «Яҙғы тамсылар» йәш йырсылар республика конкурсында – II, «Сулпылар» республика телевизион бәйгеһендә I урын алыуға өлгәшкән. 2020 йылда Өфөлә «Brilliant Talents» II халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр конкурсында вокал буйынса – Гран-приға, «Башҡортостан таланттары» VII Бөтә Рәсәй ижади конкурсында I дәрәжә дипломға лайыҡ булған. Яҙын Октябрьский ҡалаһында үткән Ҡурай байрамында II урын яулаған. Быйыл иһә уның исеме «Башҡортостан Республикаһы балаларының ҡаҙаныштары энциклопедияһы» тигән Рәсәй коллекцияһы китабына ингән. Йәйгеһен Рамаҙанға Өфөлә үткән «Арт-Ҡоролтай. Балалар» фестивалендә ҡатнашыу бәхете тәтегән. Унда Мәскәүҙән килгән билдәле музыкант, продюсер Сергей Крылов уны күреп, Һарытау ҡалаһына клипта төшөргә лә саҡырған.
Бәләкәй Рамаҙан уңған, татыу, мөхәббәтле ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның Дилә исемле 7 йәшлек һеңлеһе лә бар.
Ата-әсәһе Фирүзә Тимерйән ҡыҙы менән Наил Радик улы Садиҡовтар балаларының һәр башланғысын хуплап, ҡеүәтләп, ҡанатландырып тора, ғаилә менән һәр конкурс, байрамдарҙа ҡатнашырға тырышалар. Былтыр Рамаҙан хатта атаһы менән «Мөғжизәләр яланы» тапшырыуында ла сығыш яһаны. Яҡташтары Фәнзилә Рәйес ҡыҙы Хажиғәлиева менән бергә барып, туған телебеҙҙә матур итеп йырлап, бейеп, Леонид Якубовичты хайран ҡалдырып ҡайттылар.
Йыр-моңдо юлдаш итеп, илһөйәр, телһөйәр булып үҫеп килгән Рамаҙандың был бәйгелә лә һынатмаҫына ышанабыҙ. Уңыштар һиңә, шәп малай!