+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Үҙе уңған, үҙе һылыу, Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!

Фотолағы был һылыуҡай  Мәсетле яҡтарынан – Айназа Ғәлимова. Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең VI синыфында тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә ул. Үҙе Һабанаҡ ауылынан.

Башҡорт теле, урыҫ теле, математика, биология дәрестәрен яратып өйрәнгән Айназа - бар яҡтан да килгән ҡыҙ. Мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, район, республика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурс, олимпиадаларҙа теләп ҡатнаша. Уңған булғас, уңыштары ла етерлек. Былтыр мәғариф һәм фән министрлығы ойошторған «Тик ҡыйыуҙар ғына утҡа ҡаршы тора ала» ижади бәйгеһендә II урын яулаған, райондағы Пионерҙар йорто тарафынан үткәрелгән бихисап конкурстарҙа ла еңеүсе булған. Юрий Гагарин кубогына уҙғарылған олимпиадала ла йыл һайын үҙен һынап ҡарап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Шиғыр һөйләү бәйгеләрендә лә һынатмай.

Күңеле менән матурлыҡҡа ғашиҡ Айназа һүрәттәр төшөрөргә лә оҫта. Рәсемдәрендә тыуған төйәгенә булған һөйөүе, кисерештәре сағылыш таба. Сейләндән төрлө сувенирҙар, биҙәүестәр ҙә яһай. Күҙ нурҙарын, йөрәк йылыһын йәлләмәгәс, эштәре лә матур килеп сыға.

Сәләмәт тормош яҡлы Айназа спорт секцияларына ла теләп йөрөй, бейеү түңәрәгендә шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Төрлө халыҡ бейеүҙәрен яратып башҡара ул. Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас булған нәзәкәтлелек, тыйнаҡлыҡ кеүек күркәм сифаттарға эйә һылыуҡай бейеү өсөн генә тыуған тиерһең! Үҙенә шул тиклем килешә!

Һәр минутын файҙалы үткәрергә тырышҡан уңған ҡыҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар ҡороп йәшәй. Киләсәктә теш йә иһә балалар табибы булырға теләй ул. Изге күңелле, ярҙамсыл, ихлас ҡыҙҙың ниндәй һөнәр һайлаһа ла, илебеҙгә файҙалы кеше булып үҫеүенә иманым камил.

Һомайҙай һылыу, телһөйәр, илһөйәр ҡыҙға был бәйгелә лә уңыш юлдаш булһын!

Юлиә КИРӘЕВА.

Үҙе уңған, үҙе һылыу, Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Үҙе уңған, үҙе һылыу, Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Үҙе уңған, үҙе һылыу, Һомайға тиң ҡыҙ бит ул!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: