+29 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Илһөйәр милләттәшем

Айгизә Кәримова Ишембай районы Түбәнге Әрмет ауылында 2005 йылдың 29 авгусында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.

Илһөйәр милләттәшем
Илһөйәр милләттәшем

 Атаһы – физкультуранан, әсәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  уҡыта.  V синыфтан уҡ  бергә уҡыған Әнүр Юнир улы менән Зөлфирә Әмир ҡыҙы балаларына бәләкәйҙән тәүфиҡ, оло кешеләргә хөрмәт, эш һөйөү мөһимлеген төшөндөрә килгәндәр. Тәү күреүҙә үк ҡыҙҙың тәрбиәлелеге һиҙелә. Айгизәнең  ике апаһы, 1 һеңлеһе бар. Миләүшә апаһы МФЦ-ла эшләй, Нуралия апаһы – комьпютер белгесе. Илүзә һеңлеһе туған мәктәбендә VIII синыфта уҡып йөрөй. Әлеге көндә Айгизә  В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернатында ун беренселә белем ала. Беҙҙең Айгизә тик “бишле” билдәләренә генә өлгәшә. Уның был белем усағын асып инеүенә – дүртенсе йыл инде.

Тырыш ҡыҙ әҙәби китаптар уҡырға, саңғыла йөрөргә, бешеренергә, бейергә ярата. Үҙ иткән фәндәре: башҡорт һәм урыҫ әҙәбиәте. Бүләк Йыһангир ҡыҙы менән Светлана Геннадьевна Айгизә күңелендә һүҙҙең тылсым көсөнә мөхәббәт уята алыуҙары менән бәхетлеләр! Уның күптәнге хыялы: Флүрә Мурзина кеүек диктор булыу! Иң беренсе алған төймәле телефон да бәләкәй Айгизәнең һөйләгән яңылыҡтары, интервьюлары, сәстәр үреп бейегән, йырлаған концерттары, фильмдары менән тула ла ҡуя. Апалары ла мәҙәк күреп төшөрә буласаҡ журналист һеңлеләрен. Әлеге көнгә тиклем һаҡланғандарын ҡарап, һайлаясаҡ диктор һөнәренең ҡәтғи икәненә тағы бер ҡат инана ул.

Күҙәтеүсән ҡыҙҙың БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының филология факультеты уҙғарған “Йәш журналист” республика конкурсына тәҡдим иткән  видеотапшырыуы  II урын яулауы ла юҡҡа түгел. IX синыфта уҡығанда башҡорт теле, тарих буйынса уҙғарылған олимпиадаларҙа еңеүгә өлгәшә. “Йөрәк һүҙе” шиғриәт бәйгеһендә Рафаэль Сафиндың “Ҡыр ҡаҙҙары” шиғырын бик әҫәрләнеп һөйләне. Жюри ағзалары бер тауыштан Айгизәнең сығышын призлы урынға лайыҡ тип баһаланы. Яңыраҡ уҙған “Илгизәр” республика конкурсында интернат командаһы II урын яулауға иреште. Еңеүселәр рәтендә Торатауға экскурсияға барыу ҡыҙға бик оҡшаған, дуҫтары артыуына ҡыуана ул.

“Күп нәмәгә өләсәйемдән дә өйрәндем. Бөгөн Ғәйшә Абдрахман ҡыҙына - 86 йәш. Атайымдың әсәһе ул. Уның мәҡәлле телмәре, һөйләгән әкиәттәре миңә тел асҡыстары бирҙе. Туған телемде ныҡ яратам! Ғорурланып әсә телебеҙҙә һөйләшәһе урынға ҡайһы ҡайһы берәүҙәр урамда, йәмәғәт урындарында үҙ телендә һүҙ ҡушырға оялған була. Бының менән улар милләте баһаһын төшөргәндәрен аңлап еткермәйҙәр. Ғаиләһендә туған телендә  аралашып үҫмәгән бала сит телдәргә ылыға. Телемә, йәшәгән еремә булған һөйөүҙе йөрәгемдән бер кем дә йолҡоп ташлай алмаҫ. Һәр миҙгелдә үҙенсә хозур Башҡортостаным! Тыуған ауылым емеш-еләктәргә бик бай. Йәй көнөндә әсәйем менән урманға еләккә йөрөйбөҙ. Хуш еҫле мәтрүшкә, үлән япраҡтары һалып сәй эсеүҙәре генә ни тора! Йүкә ағасы сәскә атҡан мәлдә урман гиҙеү – оло бәхет! Баллы һауаны һулап туйып булмай! Тик үҙ еребеҙҙә атҡан шишмәләр танһыҡ, тик үҙ еребеҙҙә үҫкән ризыҡтар дауа! “

Үҙ фекере булған, илһөйәр милләттәшем менән булған әңгәмә күңелемде үҫтерҙе, яҡты уйҙар уятты. Шуныһы ҡыуаныслы: Фатима Мостафина, Зөбәй Үтәғоловтар тәрбиәләгән уҡыу йорто үҙ традицияларына бөгөн дә тоғро ҡала!

Зөһрә ҮТӘҒОЛОВА.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: