Зарина – уҡыу алдынғыһы, тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Юрий Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиаданың республика этабында призёр. Ул – математика, информатика һәм тирә-яҡ донъяны өйрәнеү фәндәре буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүсе. Шулай уҡ информатика һәм тирә-яҡ донъяны өйрәнеү фәндәре буйынса республика олимпиадаһында призёр булған.
Икенсе йыл рәттән Зарина «Уғатар» традицион уҡтан атыу буйынса республика балалар фестивалендә I урынды бер кемгә лә бирмәй. Бик мәргән ҡыҙ ул! Заринаның милли кейемен әсәһе тегә, ә биҙәүестәрҙе бергәләп эшләйҙәр. Яңыраҡ Силәбе өлкәһендә үткәрелгән бәйгелә, иң бәләкәй ҡатнашыусы булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһен дә таң ҡалдырҙы. Киләсәктә лә уҡ атыу менән ныҡлап шөғөлләнеп, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡарарға теләй.