+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңыштар һиңә, Булат!

"Йәншишмә" гәзите үткәргән "Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенә улым хаҡында яҙып ебәрергә булдым. Урал батырҙай шәп Булат Хәлилов Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында белем ала. VI синыфта "бишле" һәм "дүртле" билдәләренә генә өлгәшә ул.

Тарих, технология, инглиз һәм урыҫ теле дәрестәрен айырыуса ярата. Юрий Гагарин кубогына ойошторолған олимпиадаларҙа тарих һәм физкультура буйынса ҡала этаптарында призлы урындар яуланы.

Буш ваҡытында матур-матур һүрәттәр төшөрә, рәсемдәре менән төрлө ижади бәйгеләрҙә лә ҡатнашҡаны бар. Дәрестәрҙән һуң технопаркта модель яһау менән мауыға.
Бәләкәйҙән ныҡышмал, тырыш булып үҫеп килгән улым спорт менән дә дуҫ. Инде бишенсе йыл каратэ менән ныҡлы шөғөлләнә. Республика һәм Рәсәй чемпионаттарында миҙалһыҙ ҡалғаны юҡ. Каратэнан тыш, грепплинг секцияһына, бассейнға йөрөргә лә ваҡыт таба.

-Спорт сәләмәт тормош алып барырға, кәрәк саҡта үҙ-үҙеңде яҡларға ярҙам итә, ихтыяр көсө тәрбиәләй, ныҡышмал, сәмле булырға өйрәтә, - ти Булат.

 "Гел алға бар, артҡа ҡарама!" тигән һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған улым киләсәктә пилот булырға хыяллана. 
"Йәншишмә" гәзитенең дә яҡын дуҫы ул Булат. Синыфтары менән мәктәптә яҙылып, һәр һанын уҡып баралар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә лә ҡулланалар.

Гимназияла уңған, тырыш, әүҙем уҡыусы булған Булат - өйҙә беҙҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ, бәләкәс һеңлеһенә өлгөлө, хәстәрлекле ағай ҙа. Уңыштары менән һәр саҡ ҡыуандырып тора. Рухлы, илһөйәр, телһөйәр улыбыҙҙың был бәйгелә лә һынатмауын теләйбеҙ. Уңыштар һиңә, Булат!

Фирүзә ХӘЛИЛОВА.

 

Уңыштар һиңә, Булат!
Уңыштар һиңә, Булат!
Уңыштар һиңә, Булат!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: