-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Маҡсаттарына ҡыйыу атлай

"Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре" бәйгеһенең сираттағы ҡатнашыусыһы Өфө егете – Дионисиос Муллабаев. Ул Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһының IX синыфында белем ала.

Үҙенсәлекле исемле башҡорт егете туған телдә иркен аралаша, рухлы, илһөйәр, телһөйәр үҙе. Гимназияла уҙған сараларҙа әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурстарҙа үҙен һынап ҡарай.

Яратҡан фәндәре – химия һәм биология. Ошо йүнәлеш буйынса өҫтәмә шөғөлләнә ул. Сөнки киләсәген медицина менән бәйләргә теләй.

 Дәрестәрҙән һуң Дионисиос бассейнға йөрөй, шахмат уйнарға ярата. Ярыштарҙа һәр ваҡыт яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

Тырыш, уңған егет матур, татыу ғаиләлә ҡанат нығыта. Уның Гүзәл апаһы, Айза һеңлеһе бар. Айгөл Адонис ҡыҙы менән Юлай Салауат улы Муллабаевтар балаларына төплө белем, матур тәрбиә бирергә тырыша.

Дионисиос каникулын ауылда үткәрергә күнеккән, һәр саҡ шунда йәшәгән өләсәләренә ярҙам итергә өлгөрә, йәйен шифалы үләндәр йыя, медицина буйынса китаптар уҡырға ла ваҡыт таба.

-Минең хыялым – киләсәктә кешеләрҙе дауалау, - ти егет. Шуға хыялдарын ысын итер өсөн тырышып уҡый, һәр нәмәгә яуаплы ҡарай, маҡсаттарына ҡыйыу атлай ул! Беҙ ҙә уға тик уңыштар ғына теләйек!

Илһам ЛАТИПОВ.

 

 

 

Маҡсаттарына ҡыйыу атлай
Маҡсаттарына ҡыйыу атлай
Маҡсаттарына ҡыйыу атлай
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: