-2 °С
Ясно
VKOKМакс

Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең октябрь айы ҡатнашыусылары араһында еңеүселәр билдәле булды.Был юлы бәйгебеҙҙә Мәсетле, Әлшәй райондарынан, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларынан өс егет һәм өс ҡыҙ һынау тотто.

Добавить в предпочтительные источники Google
Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!
Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!

Тауыш биреү бик ҡыҙыу барҙы. Һуңғы минуттарға тиклем конкурсанттар бер-береһенә ал бирмәҫкә тырышты. Афариндар! Урал батырҙай шәп егеттәр, Һомайҙай һылыуҡайҙар ана шундай сәмле лә, ныҡыш та, тырыш та, әүҙем дә булырға тейеш бит!

Ә еңеүселәр кемдәр, тиһегеҙме? Егеттәр араһында — 906 тауыш йыйып, Рамаҙан Садиҡов, ә ҡыҙҙарҙан 1109 тауыш менән Зарина Зарипова еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

Егеттәр араһында Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге башҡорт гимназияһының VI синыф уҡыусыһы Булат Хәлилов — II, шул уҡ белем усағының IX синыф уҡыусыһы Дионисиос Муллабаев III урын яуланы.

Ҡыҙҙар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Ленин исемендәге 2-се интернат-лицейының XI синыф уҡыусыһы Айгизә Кәримова — II, Мәсетле районы Ләмәҙтамаҡ мәктәбенең   VI синыф уҡыусыһы Айназа Ғәлимова III урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

 

Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!
Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!
Зарина менән Рамаҙан — еңеүселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас