Солтан IV синыфта белем ала, бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Бәләкәйҙән шәп, етеҙ, тиктормаҫ булып үҫкән малай спорт менән дуҫ. Көрәш менән ныҡлап мауыға. Ярыштарҙа ла йыш ҡатнаша ул, өлгәшкән уңыштары ла байтаҡ. Былтыр ул Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында Йәлил Йосоповтың юбилейына арналған көрәш бәйгеһендә үҙ тиҫтерҙәре араһында Башҡортостан чемпионы булды.
Солтан берҙәм, татыу ғаиләлә үҫә. Ҡустыһы Асланға өлгөлө ағай, ата-әсәһенә алыштырғыһыҙ ярҙамсы ул. Егәрле малай бөтә эшкә өлгөрә. Әсәһенә почта таратырға ла ярҙам итә, атаһына крәҫтиән-фермер хужалығында эштәр башҡара, китапханасы булған өләсәһе янына барып, гәзит-журналдар, китаптар ҙа ҡараштыра.
Аталары Барис улдары менән шөғөлләнергә ваҡытын йәлләмәй, элек ул Юлыҡ мәктәбендә физкультура дәрестәрен алып барған, тренер вазифаһын үтәгән.
- Улым көслө лә, аҡыллы ла. Ныҡ ярҙамсыл. Балаларымда тик ыңғай сифаттар ғына тәрбиәләргә тырышам, - ти атаһы.
Исеме есеменә тап килеп, үҙ илендә солтан булырға яҙһын уға, илебеҙгә файҙалы шәхес булып үҫһен, Солтан Миңлебаев!
Илһам ЛАТИПОВ.