Тик “бишле” һәм “дүртле” билдәләренә генә өлгәшә ул. Яҡшы уҡыуы, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыуы менән бер рәттән Балалар сәнғәт мәктәбендә фортепиано синыфында уҡырға ла өлгөрә. Гитарала уйнау серҙәренә лә төшөнә.
Матур,оҙон ҡара сәсле , ҡара күҙле ҡыҙ ул Әҙилә. Уның сәсенең оҙонлоғо бер метрҙан артыҡ. Оҙон сәсен ҡәҙерләп, яратып тәрбиәләй. Уның толомдарына күптәр һоҡланып ҡарай. Йәш саҡтарында өләсәһе менән әсәһе лә оҙон сәсле булған, сибәр, сәмсел, тырыш, маҡсатлы, тәүәккәл ҡыҙ ҡәҙерле кешеләренә оҡшарға теләй.
Ял көндәрен түҙемһеҙлек менән көтөп ала Әҙилә. Сөнки яҡындарын тәмлекәстәр менән һыйларға ярата. Интернет селтәренән рецепт табып, үҙенең күңеленә ятҡан тәмлекәстәрҙе бик теләп бешерә. Ул әҙерләгән пицца, чизкейктар, ҡоймаҡ, печеньелар, булочка,туңдырмалар телеңде йоторлоҡ тәмле килеп сыға.
Бәләкәй туғандары ла уның янына ашҡынып килә. Бына шулай уңған ҡыҙ ул Әҙилә! Рухлы, илһөйәр, телһөйәр ҙә үҙе!
Һомайға тиң Әҙиләгә уңыштар юлдаш булһын!
Гөлназ НАЗАРОВА.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.