+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Уңыш елдәре генә иҫһен!

Айза Муллабаева - Өфө ҡыҙы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV синыфында белем ала.   

Яҡшы уҡый, тырыш, уңған, һәләтле ҡыҙ ул. Әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, байтаҡ сараларҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрә. Быйыл йәй "Планета" сауҙә күңел асыу үҙәгендә Ufachess Шахмат академияһы тарафынан ойошторолған шахмат бәйгеһендә ике тапҡыр уйнап, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Йөҙөнән йылмайыу китмәгән ҡыҙҙың иң яратҡан шөғөлө - бейеү. Бейергә шул тиклем ярата, шуның өсөн генә тыуған тиерһең! "Гүзәл Данс"  бейеү ансамблендә теләп шөғөлләнә Айза. Ансамблдәре менән төрлө сараларҙы биҙәйҙәр, әллә күпме конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөргәндәр. Был хаҡта уның иҫәбе-һаны булмаған Маҡтау грамоталары ла һөйләй. Кем белә, бәлки, киләсәктә сәхнә йондоҙо булып та балҡыр әле!

Бынан тыш, Айза әсәһе эшләгән "Әйле" матурлыҡ салонында маникюр, педикюр һөнәре серҙәренә өйрәнә, һүрәт төшөрөү менән мауыға.

Алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, яҡты хыялдар менән янып йәшәгән һәләтле, тырыш, әүҙем ҡыҙҙың киләсәктә тормошта юғалып ҡалмаясағына иманым камил. Гел шулай әлегеләй алдынғы бул, Айза! Һәр ваҡыт уңыш елдәре генә иҫһен!

Илһам ЛАТИПОВ.

 

Уңыш елдәре генә иҫһен!
Уңыш елдәре генә иҫһен!
Уңыш елдәре генә иҫһен!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: