+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!

Мансур Маннанов  Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең XI синыфында белем ала. Уҡыу алдынғыһы ул.

Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!

Исеме лә ғәрәп теленән тәржемә иткәндә "еңеүсе" тигәнде аңлата бит. Тырыш егет, ысынлап та, бер ерҙә лә һынатмай. Маҡсатына ынтылыусан, үҙ фекере булған Мансур республика, бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиада, конференция, конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша. Еңеүҙәр яулап алған диплом, грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. Ул ғына ла түгел, район кимәлендә үткәрелгән сараларҙың алыштырғыһыҙ алып барыусыһы ла.

- Мин - күп балалы ғаилә иң өлкәне. Атайым - хирург, әсәйем- тәрбиәсе. Ә минең хыялым- хоҡуҡ яҡлаусыһы һөнәренә эйә булыу. Ғәҙеллек, дөрөҫлөк яҡлымын. Киләсәгемде халҡым, республикам мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүҙә күрәм, - тип серҙәре менән уртаҡлашты шәп егет.

Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур! Был бәйгелә лә һынатма!

Сәлимә ЗАКИРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Бәләбәй районы, Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәп.

Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!
Теләктәрең тормошҡа ашһын, Мансур!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: