Тырыш, уңған, әүҙем, һәләтле егет - уҡыу алдынғыһы, «бишле» һәм «дүртле» билдәләренә генә өлгәшә. Айырыуса математика, биология, география фәндәрен яратып өйрәнә. Ике йыл рәттән Юрий Гагарин кубогына уҙғарылған район олимпиадаһында биология һәм математика буйынса еңеүсе булды.
Илдус спорт менән дә дуҫ, бәләкәйҙән милли көрәш менән мауыға. Мәктәптә эшләп килгән секцияға теләп йөрөй, күнекмәләрҙе ҡалдырмай ул. Район, республика кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа йыш ҡатнаша. Тырыш, маҡсатына ынтылыусан, ныҡышмал булғас, алдынғылыҡты берәүгә лә бирмәй. Еңеүҙәр яулап алған диплом, грамота, миҙалдары быға асыҡ миҫал. Иҫәбе-һаны юҡ уларҙың. Әле яңыраҡ ҡына Күгәрсен районында үткән бәйгелә беренсе урынды яулап, Башҡортостандың йыйылма командаһына алынды.
Илдус мәктәптә уҙғарылған бер саранан да ситтә ҡалмай, төрлө ижади бәйгеләрҙә ҡатнашып, үҙен һынап ҡарай. "Йәншишмә" гәзитен дә яратып уҡый. Өйҙә атаһы менән өләсәһенең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы ла.
"Тик алға!" тигән һүҙҙәрҙе тормош девизы итеп алған, бил бирмәҫ батыр булып үҫеп килгән, аҡыллы, уңған егеткә уңыштар ғына юлдаш булһын!
Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Миәкә районы, Ҡаран-Ҡунҡаҫ мәктәбе.