Самира мәктәптәге бөтә фәндәрҙе лә үҙ итә. Шуға ла олимпиадаларҙа теләп ҡатнаша, призлы урындар йыш яулай, китап уҡырға яратыуы быға булышлыҡ итәлер. Музыка мәктәбендә шөғөлләнергә өлгөрә. Синыф етәксеһе Эльза Әғләм ҡыҙы Султыева маҡтап бөтә алмай үҙен.
- Шул тиклем бар яҡлап килгән, -ти ул уҡыусыһы хаҡында.
Шулай ҙа ҡыҙҙың яратҡан шөғөлө – бейеү. “Башмачок” өлгөлө балалар хореографик ансамбленең алыштырғыһыҙ бейеүсеһе коллектив менән ҡалала ғына түгел, республика буйлап та сығыш яһай.
Ә күптән түгел педагог Данис Фәрит улы Йәнгиров етәкләгән “Юнармия” хәрби-патриотик хәрәкәте ағзалар район турнирында ҡатнашҡан. Пневматик винтовканан атыу буйынса Самира беренсе урынға сыҡҡан.
- Был йүнәлеш миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, - ти ҡыҙ.
Ғаиләһенең генә түгел, мәктәптең дә ғорурлығы булған Самираға конкурста уңыштар теләйек.
Лилиә МӘҮЛИТОВА.