+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әҙилә менән Илдус — еңеүселәр!

«Урал батыр тоҡомдары, Һомайҙың нәҫелдәре» бәйгеһенең декабрь айы еңеүселәре лә билдәле булды. Был юлы Ейәнсура, Баймаҡ, Миәкә, Бәләбәй райондарынан, Өфө ҡалаһынан өс егет һәм өс ҡыҙ һынау тотто.

Әҙилә менән Илдус  — еңеүселәр!
Әҙилә менән Илдус — еңеүселәр!

Урал батырҙай шәп егет менән Һомайҙай һылыу ҡыҙҙы билдәләүе дуҫтарыбыҙға, моғайын, еңел булмағандыр. Сөнки был конкурста иң уңғандар, иң һәләтлеләр генә ҡатнаша бит. Шулай ҙа бәйге булғас, еңеүсеһеҙ булмай инде.

Егеттәр араһында иң күп тауыш йыйып, Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбенең VII синыф уҡыусыһы Илдус Исхаҡов, ә ҡыҙҙарҙан Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы Фәйзулла Солтанов исемендәге мәктәптең IV синыф уҡыусыһы Әҙилә Ейәнғолова еңеп сыҡты! Улар бәйгенең икенсе этабында ҡатнашыу хоҡуғы ала.

 Ҡыҙҙарҙан Өфөләге 108-се мәктәптең IX синыф уҡыусыһы Самира Сәйфуллина II урын яуланы. Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Айза Муллабаева III урынға лайыҡ булды.

Егеттәрҙән II урынға Бәләбәй районы Приют ҡасабаһындағы 7-се мәктәптең XI синыф уҡыусыһы Мансур Маннанов сыҡһа, III урынды Баймаҡ районы Юлыҡ мәктәбенең IV синыф уҡыусыһы Солтан Миңлебаев эләктерҙе! Ҡотлайбыҙ!

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла «Йәншишмә» гәзитенең Почёт грамотаһы ебәреләсәк.

 

Әҙилә менән Илдус  — еңеүселәр!
Әҙилә менән Илдус  — еңеүселәр!
Әҙилә менән Илдус — еңеүселәр!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: