Мәсетле, Миәкә, Илеш, Ҡыйғы, Баймаҡ райондары, Өфө ҡалаһы айырыуса әүҙемлек күрһәтте. Бәйгелә ҡыҙҙар һәм егеттәр айырым ярышты. Еңеүселәрҙе ай һайын тауыш биреү ярҙамында бергәләп билдәләнек. Улар хаҡында гәзитебеҙҙә уҡып барғанһығыҙҙыр, моғайын.
Шул тиклем уңған, әүҙем, тырыш уҡыусыларҙың күп булыуы ҡыуандырҙы. Ысынлап та, Урал батырҙай шәп егеттәр, Һомайҙай уңған ҡыҙҙар шулай булырға тейешлеген иҫбатланы бәйгеселәр. Афариндар! Һәр береһе үҙенсә һәләтле, һәр береһе еңеүгә лайыҡ. Әммә конкурс шарттарына ярашлы, икенсе турға үткән ҡатнашыусылар араһынан иң-иңдәрҙе һайларға тейешбеҙ. Был юлы беренсе турҙа йыйған тауыштар һанына ҡарап ҡына ике еңеүсе билдәләргә булдыҡ.
Шулай итеп, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының IV синыф уҡыусыһы Зарина Зарипова (1109 тауыш) менән Әлшәй районы Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейының VI синыф уҡыусыһы Рамаҙан Садиҡовтар (906) еңеүсе тип табылды. Ҡотлайбыҙ! Уларға «Йәншишмә» гәзитенең Дипломы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.
Ә ҡалғандар күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Һеҙ – барығыҙ ҙа еңеүсе! Һәр берегеҙ Урал батыр тоҡомонан, Һомайҙың нәҫеленән бит!
Юлиә КИРӘЕВА.