-8 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай

Төбәк-ара «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү конкурсының икенсе көнө лә бик мауыҡтырғыс үтте. Бөгөн иң-иңдәре билдәләнә

Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай
Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай

Кисә иһә уҡыусылар эпостан өҙөктәр сәхнәләштереп актерлыҡ һәләттәрен һынаны. Сәхнәлә Урал батыр, Һомай, Шүлгән, Әзрәҡә, тағы эпостың әллә күпме геройҙары ҡиәфәтенә ингән геройҙарҙы күрергә була ине. Шул тиклем матур костюмдар, декорацияларҙан күҙҙәр ҡамашты. Балалар шул тиклем оҫта уйнайҙар, һоҡланып туйманыҡ.

Шулай уҡ балаларҙың ялы ла яҡшы ойошторолған ине. Күмертау ҡалаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ойошторолдо. Балалар музей күргәҙмәләре менән танышты. Күмертау ҡалаһының тарихы, үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында бай мәғлүмәт, бай тәьҫораттар алды.

Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай
Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай
Тылсым ҡошо Һомайҙай, батыр рухлы Уралдай
Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас