+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2021, 11:55

Ә һеҙгә йәнһүрәт оҡшармы икән?

Күптәребеҙҙең яратып ҡараған “Ну, погоди!” йәнһүрәтен яңыса төрләндереп сығарғандар.

“Союзмультфильм” киностудияһы беренсе трейлерҙы баҫтырып сығарған да инде, ул “YouTub” каналында урынлаштырылған.  Яңыһы “Каникулдар” тип атала. Ҡайһы бер тамашасылар 3D-техникаһында төҙөлгән персонаждарҙың совет йәнһүрәтенән ныҡ айырылыуын оҡшатмаған. Унда төп геройҙар – Бүре һәм Ҡуяндан тыш, ҡыр кәзәһе  Уля, терпе Шу һәм бурһыҡ Тим да барлыҡҡа килгән. Тәмәке тартыу һәм алкоголле эсемлек эсеү кеүек зарарлы ғәҙәттәр яңы проектта видеоуйындар менән алмашынды, сөнки хәҙер быны экранда күрһәтергә ярамай. Ә Бүре – геймер. Уның ҡиәфәте лә үҙгәргән – ул хәҙер йә ҡыҙыл төҫтәге Гавай күлдәгендә, төҫлө нәскиҙәрҙә, аҡ кедаларҙа һәм балаҡтары ҡырҡылып теткеләнгән джинсыла. Мультфильмдың яңы сериялары тиҙҙән декабрҙең беренсе яртыһында сығасаҡ. Бүрене – Гарик Харламов, ә Ҡуянды Дмитрий Хрусталёв тауышландыра. Көйөн Иван Дорн яҙған. Студия 52 серия сығарырға уйлай.

Фото: mklat.lv

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: