+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәнһүрәттәр
31 Август 2023, 14:00

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт

Бөгөн, 31 августа, тулыһынса Өфөлә төшөрөлгән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте ҙур прокатка сыҡты. Премьера уңайынан уның тураһында ҡыҙыҡлы факттар тәҡдим итәбеҙ. Йәнһүрәт реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Күп кенә ваҡиғалар уйҙырма булып күренә, әммә был дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, ике быуат элек саранчаны ысынлап та ҡысҡырыуҙар һәм атыуҙар менән ҡурҡытҡандар.

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт

Йә икенсе ғәжәп факт: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары яугир булған һәм ир-егеттәр менән походтарға йөрөгән. Наполеонды әсирлеккә алыу буйынса операция ла уйлап сығарылмаған – башҡорт уҡсылары һәм казактар Бонапартҡа һунар ойоштора һәм саҡ тотмай, һаҡсылар ҡамасаулай.

2. Өлкәндәргә мотлаҡ оҡшаясаҡ!

“Төньяҡ амурҙары” – дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм әҙәплелек тураһында яҡшы балалар йәнһүрәте. Шулай ҙа унда, “Смешариктар”ҙағы кеүек үк (уны ла өфөләр ҙә эшләгән, әйткәндәй), мәҙәни, белемле кешеләр донъя һәм ватан кинематографы шедеврҙарына һылтанмалар табасаҡ. Иғтибарлап ҡарағыҙ әле, ҡайһы кадрҙар “Бриллиантлы ҡул”,  “Матрица”, “Балдаҡтар хужаһы”, “Уңыш джентльмендары” фильмдарын хәтерләтә?

Ниндәйҙер кимәлдә таҫманы “Өс баһадир” йәнһүрәте менән сағыштырырға мөмкин, Унда Илья Муромец, Добрыня Никитич һәм Алеша Попович яуызлыҡҡа ҡаршы тора. Беҙҙең батырҙар ҙа – шундай уҡ ябай, изге күңелле, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыу белмәҫ яугирҙар.

3. Билдәле кешеләрҙең тауыштарын танырға була.

Геройҙар һөйләшһен өсөн абруйлы артистар, музыканттар, алып барыусылар һәм сәйәсмәндәр саҡырылған: опера йондоҙо Асҡар Абдразаҡов, популяр милли башҡарыусылар Фидан Ғафаров, Нәзифә Ҡадирова, Айҙар Ғәлимов һәм Радик Юлъяҡшин, «Lumen» рок-төркөмө ағзалары Тэм Булатов һәм Денис Шаханов, VIA «Чаппа» рэп-коллективына нигеҙ һалыусы Патрик, хоккей комментаторы Азамат Моратов һәм башҡалар. Фильм ике телдә яҙҙырылған. Ижадсылар әйтеүенсә, башҡортсаһы бигерәк көлкөлө.

4. Рәсәй прокатына сыҡҡан беренсе башҡорт йәнһүрәте.

Һуңғы биш йылда беҙҙең кинематограф ысын мәғәнәһендә яңырыу кисерә: сифатлы һәм матур төшөрөлгән таҫмалар, яҡшы сценарий, юмор һәм йәш, ялҡытмаған актерҙарҙың уйнауы... “Һеңлекәш”те бер нисә тапҡыр федераль каналдарҙа ҡарау насип булды, “Урам һепереүсе Юра” ил матбуғатында һоҡланғыс баһалар йыя. Октябрҙә “Төньяҡ амурҙары” ла Рәсәй кинотеатрҙарына сығасаҡ.

5. Шайморатовҡа һәйкәлдә күп кадрҙарҙы танырға була.

Иғтибарлы тамашасылар билдәләүенсә, әгәр Совет майҙанына килеп, Миңлеғәле Шайморатовҡа тура баҡһаң, уң барельефта геройҙарҙы һәм башҡа әйберҙәрҙе (амурҙар, Париждағы Триумф аркаһы, Дон казак ғәскәре атаманы Матвей Платов, пушкалар, Наполеондың монограммаһы), һул барельефта генерал титрҙарҙан һуң ҡараған тарихи альбомды күрергә мөмкин.

6. Телефон өсөн уйын.

“Төньяҡ амурҙары” ҡушымтаһы 40 кимәлдән тора, төп маҡсат – яндан уҡ атып сәпкә тейҙереү.

7. Бушлай ҡарарға мөмкин.

Әгәр һеҙҙә «Пушкин картаһы» булһа, билет өсөн уның менән иҫәпләшергә була.

Фото: bashinform.ru.

"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
"Төньяҡ амурҙары" йәнһүрәте хаҡында ете ҡыҙыҡлы факт
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: