+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәнһүрәттәр
7 Сентябрь 2023, 09:44

Үҙ ҡулдарың менән йәнһүрәт төшөргөң киләме?

Өфөлә Совет майҙанында 14 – 17 сентябрҙә үтәсәк “Әйҙә уйнарға” фестивален ойоштороусылар ҡунаҡтарҙы тағы бер программа менән ҡыуандырмаҡсы: һәр байрам көнө йәнһүрәт геройҙарының парады менән башланасаҡ.

Үҙ ҡулдарың менән йәнһүрәт төшөргөң киләме?
Үҙ ҡулдарың менән йәнһүрәт төшөргөң киләме?

Кемдәрҙе күрергә мөмкин булыр һуң? “Союзмультфильм” тыуҙырған персонаждар – “Ну, погоди! Каникулдар”, “Простоквашин”, “Ҡыҙғылт һары һыйыр” геройҙары сәләмләйәсәк һеҙҙе, дуҫтар. Ә Бремен музыканттары кескәйҙәр һәм уларҙың ата-әсәһе менән бейергә әҙер. Музыкаль спектакль дә күрһәтеләсәк. Үәт, шәп!

Киностудия махсус майҙансыҡ әҙерләгән, унда балаларҙы фотоға төшөү урыны, спорт уйындары, ижади оҫталыҡ дәрестәре көтә. Әүәләргә, һүрәт төшөрөргә, яратҡан йәнһүрәт геройҙарының костюмдарын яһарға теләһәгеҙ, тороп ҡалмағыҙ. Ә иң ҡыҙығы – үҙ ҡулдарың менән мультик эшләп ҡарарға мөмкин буласаҡ! Кисен, әлбиттә, яңы йәнһүрәттәр күрһәтеләсәк, тип вәғәҙәләй “Союзмультфильм” хеҙмәткәрҙәре.

Фото: kumertime.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: