+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәнһүрәттәр
7 Сентябрь 2023, 11:00

Яңы уҡыу йылына йәнһүрәт геройҙары менән уйнап-көлөп кенә килеп инәйек!

Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә етештерелгән сифатлы, хәүефһеҙ уйынсыҡтар һәм өҫтәл уйындары һатып алып балаларығыҙҙы ҡыуандырырға теләһәгеҙ, “Әйҙә уйнарға” фестиваленә рәхим итегеҙ. Ул баш ҡалала дүрт көн барасаҡ.

Яңы уҡыу йылына йәнһүрәт геройҙары менән уйнап-көлөп кенә килеп инәйек!
Яңы уҡыу йылына йәнһүрәт геройҙары менән уйнап-көлөп кенә килеп инәйек!

Совет майҙанында йыйылыусыларға күңелһеҙләнергә ваҡыт та булмаҫ инде ул! Уйынсыҡтар күргәҙмәһе, ярыштар, оҫталыҡ дәрестәре, киноға төшөп ҡарау, квест, популяр коллективтар сығышы... Яратҡан йәнһүрәт геройҙары менән осрашыу, иң яҡшы балалар спектаклдәрен һәм анимация проекттарын ҡарау. Хатта Винни Пух менән Пятачок та буласаҡ. Улар ниндәй ял программаһы әҙерләгән икән? Барып күрегеҙ!

Фото: yandex.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: