Республикала генерал Миңлеғәле Шайморатов тураһында тулы метражлы анимация фильмын төшөрөүгә 26,6 миллион һум бүленә. Проект «Төньяҡ амурҙары» анимация фильмының дауамы булырға тейеш. Контрактты «Муха» студияһы менән төҙөү планлаштырыла. Башҡарыусыға «Башҡорт халҡының героик үткәне сюжеттарына» нигеҙләнгән «Генерал Шайморатов» исемле анимация таҫмаһын төшөрөргә тура киләсәк.
Сценарий буйынса фильмдың ваҡиғалары мәктәп уҡыусылары экскурсияға килгән музейҙа башлана. Төп ваҡиға - оло йәштәге гидтың хикәйәһе, ул, ахырҙа асыҡланыуынса, легендар генерал Шайморатовтың улы булып сыға. Һуңғы күренештәрҙең береһендә маршал Жуков Шайморатовтың рухы менән хушлаша: ул күккә ҡарай, унда «һыҙаттары менән ҡылыслы һыбайлыны хәтерләткән болот йөҙөп йөрөй».
Сығанаҡ: bashgazet.ru.