Рәшит НАЗАРОВ
Яҙ килә
Күптәнме ни, көрткә сумып,
Йоҡлай ине беҙҙең урам?
Ас бүреләй, олой ине
Тышта буран?
Бөгөн, күрсе, шундай йылы,
Шундай йылы!
Солғап алған тәбиғәтте
Майҙың тыны.
Ерҙе күмеп гөлдәргә,
Яҙ килә, яҙ!
Дәртле йәш күңелдәргә
Наҙ килә, наҙ!
Күк йөҙөндә көлә ҡояш
Беҙгә бағып.
Ҡоштар ҡайтты тыуған яҡҡа
Йөрәк ҡағып.
Күгәрсендәр, күгәрсендәр,
Гөрләй нисек!
Сәскә атты кеүек күктә
Ал нур эсеп.
Тып-тып итеп, түбәләрҙән
Тамсы тама,
Һәр тамсының үҙендә бер
Ҡояш яна.
Бына кескәй бер гөрләүек
Ағып бара.
Ул йылғаға яҙҙың йырын
Алып бара.
Баҡсаларҙа, хуш еҫ бөркөп,
Бөрө бүртә.
Ә яҙғы ел уны һөйөп,
Үбеп үтә.
Ерҙе күмеп гөлдәргә,
Яҙ килә, яҙ!
Беҙҙең шат күңелдәргә
Наҙ килә, наҙ!