+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Йәншишмә»гә – синыф менән!

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында VI «Б»лар беренсе йыл ғына белем алыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтеп тә өлгөргән. Беренсе сиректе ике уҡыусы – Сафия Гутова менән Алёна Салова – тик «бишле»ләргә генә тамамлаһа, 12 уҡыусы – «дүртле» һәм «бишле»гә. Ҡалғандарының күбеһе берәр генә «өслө» менән бөткән. Тәрбиәселәре Зөлфиә Сабирйән ҡыҙы Хәлилова ла: «Уҡыусыларымдан ныҡ уңдым. Төрлө райондарҙан килгән ҡыҙҙар һәм малай­ҙар үҙ-ара татыуҙар, әүҙемдәр, тырыштар, барыһына ла өлгөрәләр, идеяға байҙар, бер нәмә уйлап сығарып ҡына торалар. Синыфтары менән шундай­ҙар. Улар менән эшләүе шул тиклем рәхәт», – ти.

Яңыраҡ алтынсылар Киров районы мәктәптәре араһында үткән урыҫ лаптаһы буйынса ярышта III урын алып ҡыуанған. Бигерәк тә Иҙел Абдрафиҡов, Алина Имаева, Жанна Жидебаева һәм Ләйсән Токаревалар айырылып торған. Гимназияла үткән «Көҙгө бал» байрамында ла улар төрлө номинацияларҙа призлы урындар алған.

Уҡыусыларҙың «Йәншишмә» менән таныш булыуҙары ла ҡыуандырҙы. Азалиә Иҫәнгилдеева, Фатима Әминева, Мәжит Салауатовтар йыл һайын өйҙәренә алдыра икән. Яңы йылдан гимназияла ла яратҡан баҫмаларын кинәнеп уҡырҙар әле. Ни өсөн тигәндә, улар синыфтары менән гәзитебеҙгә яҙылды бит! Афарин!

Көҙгө каникулда рәхәтләнеп ял итеп килгән балалар икенсе сиректе лә күтәренке кәйефтәр менән башлап ебәр­ҙе.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: