Ҡайһы бер мәктәптәрҙә «Йәншишмә» гәзитенә синыфтары менән яҙылыусыларҙы күреп, беҙ ҙә уларҙан ҡалышмаҫҡа булдыҡ. Яңы йылдан барыбыҙҙың да, шул иҫәптән синыф етәксебеҙ һәм тәрбиәсебеҙҙең дә, өйөнә яратҡан баҫмабыҙ килә башлаясаҡ. Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән гәзиттең эстәлеге, тышҡы биҙәлеше, үткәрелгән конкурстар бик оҡшай. Беҙҙең тәҡдимде Әсәйҙәр көнөндә үткәрелгән «Йөрәк һүҙе» шиғырҙар бәйгеһенә саҡырылған ата-әсәләр ҙә дәррәү хуплап ҡаршы алды. Артабан гәзитте уҡып ҡына ҡалмайынса, үҙебеҙҙең дә ижад емештәребеҙ менән таныштырып торорбоҙ, тибеҙ. Ә гимназиябыҙҙа талантлы балалар бик күп.
Беҙҙең V синыфта барлығы – 20 уҡыусы. Улар Иҫәнғолдан ғына түгел, ә райондың төрлө ауылдарынан килеп уҡый. Гимназияла, районда үткәрелгән бер саранан, конкурс-ярыштарҙан ситтә ҡалмаҫҡа тырышалар. Уҡыуҙан да һынатмайҙар, төрлө түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр, саф һауала йөрөргә, экскурсияларға сығырға яраталар.
Райхан ИҘРИСОВА, синыф етәксеһе.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.