+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер, тигәс тә, ни яҡшы? Гәзит уҡыһаң, шул яҡшы!

Мәктәбебеҙҙең III синыф уҡыу­сылары (етәкселәре – Эльмира Ғәбдрәшитова) тырыш, уң­ған, өлгөр булыуҙары менән айырылып тора.

Мәктәбебеҙҙең III синыф уҡыу­сылары (етәкселәре – Эльмира Ғәбдрәшитова) тырыш, уң­ған, өлгөр булыуҙары менән айырылып тора.

15 уҡыу­сының яртыһы тик «дүрт­ле» һәм «бишле» билдәләренә генә уҡый. Араларында бейеүселәр, йырсылар, ҡурайҙа уйнаусылар күп. Гөлсибәр Әминева мәктәптә, районда үткән бейеү бәйгеләрендә беренсе урын яуланы. Сыңғыҙ Ильясов, Алтынай Юнысова, Нәргизә Ғайсина, Шәһит Боҫҡонов, Илгенә Хәйҙәроваларҙың ин­ша яҙырға һәләттәре бар. Илназ Ас­ҡаров һәр мәҙәни сараны музыкаль яҡтан би­ҙәүсе булып тора. Арсен Әминев етәкселегендә За­һит Хамматов, Юлдаш Булатов, Рушан Мыр­ҙин, Айгүзәл Бикбаева, Айзилә Шәрипова, Камил Асҡаров мәктәптә үткән спорт ярыштарында әүҙем ҡатнаша. Айгөл Әминева, Йәнгүзәл Мөхәмәтйәрова «Оҫ­та ҡулдар» түңәрәгенә (Ле­на Шәй­хет­динова) йөрөй. Синыфтағы бө­тә уҡыу­сылар ҙа мәктәп­тең «Йәй­ғор» бейеү ан­сам­блендә (Дилара Әхмәтова) шөғөлләнә. Шулай уҡ уҡыу­сылар Азамат Кәримов ағайҙа­ры менән шахмат, шашка серҙәренә төшөнә. Ә яңыраҡ Юлдаш Булатов «Йәншишмә» гәзите һәм Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана ойошторған «Иң күп китап уҡыусы» бәйге­һендә республикала III урынды яуланы.

Матбуғатҡа яҙылыу буйынса ла алдынғылыҡты бирмәне өсөнсөләр. Бер­ҙәм, дәррәү булып, синыфтары менән «Йәншишмә» гәзитенә яҙылып та ҡуйҙылар. Уҡыу­сылар­ҙың был аҙымын ата-әсәләр ҙә хупланы. Афарин, өсөнсөләр!

Райхана БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Читайте нас: