+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гәзитһеҙ йәшәп булмай

Был уҡыу йылы бик күңелле башланып китте. Беҙ башланғыс синыф уҡыусыларынан урта звеноға күстек. Яңы дуҫтар, уҡытыусылар, яңы мөхит! Шулай ҙа тиҙ арала дуҫлашып, бер-беребеҙгә өйрәнеп киттек. Синыф етәксебеҙ Зарема Замир ҡыҙына рәхмәт инде. Ул беҙҙе бар яҡлап дәртләндереүсе лә, ҡурсалаусы ла булып тора. Һәр көнөбөҙҙө матур үткәрергә, телем, халҡым, тип янып йәшәргә өйрәтә.

Ә иң шатлыҡлы мәлдәребеҙҙең береһе – «Беҙ – хал­ҡыбыҙҙың рухлы киләсәге» девизы менән дәртләнеп, яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә»гә яҙылыу. Әлеге изге эштә атай-әсәйҙәребеҙ, бағымсыбыҙ Илнур Фәйез улы Ғайсин ярҙам итте. Беҙ барыбыҙ ҙа уларға оло рәхмәтлебеҙ. Был көндө бергәләшеп фотоға төштөк, гәзит менән таныштыҡ.
Хәҙер инде түҙемһеҙләнеп «Йәншишмә»нең синыфыбыҙға килеүен көтәбеҙ. Киләсәктә гәзит биттәрендә үҙебеҙҙең дә мәҡәләләребеҙҙе күрергә хыялланабыҙ.

Гөлфинә БҮЛӘКБАЕВА, V синыф уҡыусыһы.

Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас: