Беҙҙең Дүсән башланғыс мәктәбендә бик тырыш уҡыусылар белем ала. Районда, республикала уҙғарылған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, мәктәп, ауыл данын күтәргән яҡшы уҡыған балалар ғына, тиһәк тә, хата булмаҫ. Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбенең филиалыбыҙ. Директор Илмир Рәшит улы Шафиҡов тарафынан бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Синыф бүлмәләре яҡты һәм йылы. Бында төплө белем алыр өсөн шарттар бар. Беҙҙең төп бурыс – балаларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләү, Тыуған илде яратырға, илебеҙгә тоғро булырға өйрәтеү.
Уҡыу алдынғылары – IV синыфтан Илүзә Хәсәнова, Венера Хафизова, Филиә Кәлимуллина, Эмиль Халиҡов, икенсенән Тимур Вәхитов, Илнур Сабитов, Элдар Камалов – уҡытыусыларҙың ҙур терәге. Уларҙан башҡалар ҙа ҡалышмай. Бөтә фәндәрҙән дә ҡушҡан эштәрҙе еренә еткереп үтәйҙәр. Элдар Камалов, Илнур Сабитов һәм Илфина Әхмәтова һүрәт төшөрөргә ярата. Был уҡыу йылында Илнур районда уҙғарылған «Тыуған илем» исемле һүрәттәр конкурсында – III урын, Венера Хафизова һәм Филиә Кәлимуллина тыуған ил тураһында инша яҙып, районда шулай уҡ призлы урын яуланы. Тимур Вәхитов һәм Алһыу Камалова интернет-олимпидала ҡатнашып, Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Кескәйҙәр менән мәктәп эргәһендә баҡса үҫтерәбеҙ. Унан көҙөн мул уңыш йыйып алабыҙ. Картуф, кишер, ҡыҙыл сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә күп була. Мәктәбебеҙ алдын аллы-гөллө сәскәләр йәмләй. Атай-әсәйҙәр ҙә ситтә ҡалмай, ярҙам итешә. Ә уҡыу ваҡытында ашнаҡсыбыҙ Фирүзә Әхмәтова тәмле-тәмле аштар бешерә.
Быйыл бөтә мәктәп менән «Йәншишмә» гәзитенә яҙылдыҡ. Беҙ уны башҡорт теле дәресендә, синыфтан тыш сараларҙа ҡулланасаҡбыҙ. Гәзит килә башлағанын көтөп ҡалабыҙ, һәр битен ҡыҙыҡһынып уҡырбыҙ.