-7 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар

"Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн"

Ошондай девиз менән эшләйбеҙ беҙ. Төрлө ауылдарҙан йыйылһаҡ та, бик дуҫ, татыу йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙгә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙабыҙ.

Уҡытыусыбыҙ Дилара Миңнулла ҡыҙы Батраева менән мәктәп, район кимәлендә үткән төрлө конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ.

Бәләкәй булһаҡ та, уҡыуҙың кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ, бар көсөбөҙҙө һалып, киләсәктә илебеҙ өсөн кәрәкле кешеләр булып үҫергә теләйбеҙ.


II СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.

Бишбүләк районы, Ҡаныҡай мәктәбе.