+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Күмәкләгән – яу ҡайтарған!

Киләһе йылдан баш ҡалалағы был белем усағынан 70 кеше «Йәншишмә» гәзитен алдырып уҡыясаҡ. Кемдәр, тиһегеҙме?

Әлбиттә, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары һәм уҡытыусылары. Унда кемдәрҙер 3 – 5-әр данаға яҙылһа, ә I «Б» һәм III «А» – синыфтары менән!

– I «Б»лар быйыл мобиль синыф булараҡ асылды. Әле бына яңы ғына уҡыр­ға, яҙырға өйрәнгән ваҡытта бергә компьютер серҙәренә лә төшөнәләр. Матур итеп олимпиада эштәрен баш­ҡаралар, тырышып уҡыйҙар. Ком­пьютер­ҙарға дәреслектәр индергәнбеҙ, эшләргә ныҡлап өйрәнеп алғас, дәрестәрҙә лә 10 – 15 минут тирәһе ҡуллана аласаҡбыҙ. Уҡыусыларҙың эштәрен уҡытыусы күреп торасаҡ. Был бик уңайлы.

Иң беренселәрҙән әлеге III «Б»­лар мобиль синыф булып асылғайны, шунан II «Б»лар, быйыл иһә беҙ һәм I «А»лар. Атай-әсәйҙәр ярҙамында ноут­буктар һатып алдыҡ. Шулай заман менән бергә атларға тырышабыҙ, – ти I «Б» синыфының етәксеһе Динара Рәжәп ҡыҙы Латипова.

Гәзиткә яҙылыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткәндәре өсөн мәктәп етәкселегенә, уҡытыусыларҙан Наилә Байымова, Динара Латипова, Гөлнара Хажиева, Илмира Ғәзизова, Рузанна Нуриева, Айгөл Кәлиева, Ирина Байгилдина, Гөлназ Мөхәмәтйәнова, Зөһрә Ҡазыханова, Әлфиә Урманшина, Лилиә Кәлимуллина, Марат Ғилманов, Светлана Аҡбулатова, Гөлнара Сәлихова, Фир­ҙәүес Ҡотлогилдиналарға һәм китапханасы Разия Ғәйнуллинаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Афарин, егерменселәр!

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Читайте нас: