-16 °С
Болотло
VKOKfacebookTikTokInstagram
Бөтә яңылыҡтар

Гәзит менән күңеллерәк!

Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенең V һәм VII синыф уҡыусылары «Йәншиш­мә»гә – синыф менән!» акцияһына дәррәү ҡушылды.

Бөтәһе – 22 уҡыусы. Татлыбай, Әбдрәхмән ауылдарынан йөрөп уҡыу­сылар бар. Беҙҙең балалар һәр эштә бер-береһенә ярҙамсылдар, бер ғаилә кеүек татыуҙар. Уҡыуҙа ла, олимпиадаларҙа һәм төрлө конкурстарҙа ла уҡыусыларым бер ҙә һынатмай. Йыр, бейеүгә лә бик әүәҫтәр. Яңы йылды яратҡан гәзитебеҙ «Йәншишмә» менән ҡаршы алыуыбыҙға бик шатбыҙ, бигерәк тә атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтлебеҙ.

Яңылбикә ВӘЛИШИНА, синыф етәксеһе.