+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гәзитһеҙ беҙгә күңелһеҙ

Синыфыбыҙҙа – 10 уҡыусы. Үҙ-ара бик татыубыҙ, тырышып уҡыйбыҙ. Дәрестәрҙән һуң төрлө түңәрәктәргә йөрөйбөҙ. Ҡыҙҙар йыр, бейеүгә әүәҫ булһа, малайҙар йырларға һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Спорт менән дә дуҫбыҙ. Мәктәп һәм район кимәлендә үткәрелгән ярыштарҙа әүҙем ҡатнашабыҙ.


Шулай уҡ дәрестәрҙән һуң матбуғат баҫмаларын уҡырға ла яратабыҙ. Бигерәк тә «Йәншишмә» килгән көндө түҙемһеҙлек менән көтөп алабыҙ. Гәзит ныҡ оҡшай. Уҡытыусыбыҙ Фәниә Йосоп ҡыҙы Шахморатова башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә балалар баҫмаларын йыш ҡуллана. Беҙгә кәрәкле гәзит булғас, 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына «Йәншишмә»гә синыфыбыҙ менән дәррәү яҙылып та ҡуйҙыҡ.


IV cиныф уҡыусылары.
Баймаҡ районы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ мәктәбе.

Читайте нас: