+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Етенселәр беҙҙе ҡыуандырҙы

Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы Бөтә Рәсәй конкурс-фестивалдәрендә бик яҡ­шы һөҙөмтәләр күрһәтеп, гел ҡыуандырып ҡына тора.

Бына әле VII «Б» синыфы уҡыусылары бөтәһе лә «Йәншишмә»гә яҙылып ҡуйған. Гимназияның китапханасыһы Венера Миңлеғәли ҡыҙы Билалованың әйткәнен дә көтөп тормағандар. Афариндар! Әлбиттә, ошо уҡыусылар менән эшләгән гимназия директорының тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Разия Самандар ҡыҙы Матьяҡубова, синыф етәксеһе Светлана Анатольевна Йосопова, тәрбиәсе Ләйсән Вәхит ҡыҙы Вәхитова һәм куратор Людмила Александровна Госачинская ла маҡтауға лайыҡ.

Шулай бергә булайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: