-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Һай, афарин, алтынсылар!

Был уҡыу йылында алтынсылар үҙҙәрен төрлө яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. Уҡыуҙа ғына түгел, йыр-бейеүгә лә, спортҡа ла маһир булып сыҡтылар. Гәзит уҡырға ярат­ҡан малайҙар, ҡыҙҙар бөтә синыф менән «Йәншишмә»гә яҙылып та ҡуйған!

Синыфтарында 20 уҡыусы – 13 ҡыҙ һәм 7 малай. Төплө белем алыу теләге менән улар Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йыла­йыр райондарынан килгән. Тәүге көндән үк алтынсылар күңелле гимназия тормошона сумды. Сентябрь башында уҙған «Сәлә­мәтлек көнө»ндә күптәрҙе һоҡланды­рып, приз­лы урынға лайыҡ булдылар. Бы­нан тыш, төрлө квест-уйындарында, спорт ярыштарында ла алдынғылыҡты бир­гәндәре юҡ.

– VI «Б»лар әүҙем, дуҫ булыуҙары менән айырылып тора. Синыфҡа тырыш та, маҡсатлы ла балалар йыйылған, – ти тәрбиәселәре Розалиә Йосопова. – Атай-әсәйҙәр – төп терәгебеҙ. Улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Тәҡдим-һорауҙарыбыҙҙы ишетеп, шунда уҡ килеп етәләр. Рәхмәт инде!

Ысынлап та, «Йәншишмә»­гә яҙылыу тәҡдимен атай-әсәйҙәр ҙә хуп­лап, гәзиткә дәррәү яҙылғандар. Яңыраҡ белем усағында үткән мәрхәмәтлек йәрминкәһендә лә өлкәндәрҙең ярҙамы ҙур булған.

– Киләсәк беҙҙән башлана,– ти алтынсылар. Ошо һүҙҙәрҙе девиз итеп алғандар. Афариндар!


Данил Әбделғазин.

Сибай интернат-гимназияһы.


Читайте нас: