-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Яңы йылды – яратҡан гәзитебеҙ менән!

Кәрешкә мәктәбенең VI синыф уҡыусылары һәм синыф етәксебеҙ Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина менән «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһына дәррәү ҡушылдыҡ.


Синыфыбыҙҙа күрше Әбдрәхмән, Татлыбай ауылдарынан йөрөп уҡығандар ҙа бар. Беҙ уҡыуҙа ла, мәктәптән тыш сараларҙа ла һәр саҡ алдабыҙ. 8 ҡыҙ һәм 3 малай үҙ-ара бик татыубыҙ.

«Йәншишмә» гәзитен башҡорт теле дәрестәрендә, синыф сәғәттәрендә ҡулланабыҙ. Үҙебеҙгә оҡшаған рубрикалар, мәҡәләләр хаҡында йыш ҡына әңгәмәләшәбеҙ.

Шулай уҡ ғаиләбеҙ менән гәзиттең һәр һанын көтөп алабыҙ. Әсәйем дә, атайым да кроссворд сисергә ярата, уларға мин дә ҡушылып китәм.

Хәсән ДӘҮЛӘТБАЕВ.


«Йәншишмә»нең һәр һанын ентекләп уҡып барабыҙ. Мәктәп уҡыусыларының «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, бик күп приздар отоуы ла беҙҙе дәртләндерә.

«Йәншишмә»нең дуҫтары тағы ла артыуын, ишәйеүен теләйбеҙ.

Фәнзил ЙӘНТИЛИН.
Баймаҡ районы, Кәрешкә мәктәбе.

Читайте нас: