+5 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә - синыф менән!
17 Ғинуар 2020, 13:58
Бишенселәргә – «бишле»!
Күңелле йәшәйбеҙ. Мәктәптә көн дә тиерлек бер сара үтә. Өлгөр генә. Теләп ҡатнашыусылар ҙа күп беҙҙә. Бигерәк тә V синыфты маҡтағым килә.
Әгәр «Йәншишмә»не ентекләп уҡып барһағыҙ, яңыраҡ улар мәктәп йәрминкәһендә йыйылған аҡсаға синыфтары менән гәзиткә яҙылып, үҙҙәренә Яңы йылға шәп бүләк эшләгән ине. Бына кемдәрҙән өлгө алырға кәрәк! Синыф етәкселәре – Зилә Булат ҡыҙы Заһиҙуллина.
Ә декабрь аҙаҡтарында синыфтары менән шағир-мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың шиғырҙарын ятлап, район кимәлендә үткән «Аҡмулла һабаҡтары» конкурсында ҡатнашып, еңеүсе, призёр булдылар.
Ауылдашыбыҙ, журналист, яҙыусы Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев та Яңы йылға бүләк – «Йәншишмә» гәзитен өс уҡыусыбыҙға яҙҙыртты. Уға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Хөрмәтле Факил ағай, «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын!
Миләүшә ӘСФӘНДИӘРОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Миәкә районы,
Ҡаран-Ҡуңҡаҫ мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән