+15 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
"Йәншишмә"гә - синыф менән!
17 Ғинуар 2020, 13:48
Гәзиттең дуҫтарын йыйҙыҡ
Ауылыбыҙ китапханаһында «Йәншишмә»нең дуҫтарын йыйҙыҡ. Күп икән дә улар беҙҙә!
Мәктәптең иң әүҙем IV синыф уҡыусылары етәкселәре Флүрә Рафаэль ҡыҙы Яруллина менән, «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһында ҡатнашып, бөтәһе лә үҙҙәре яратып уҡыған гәзиткә яҙылып та ҡуйған. Афарин! Тағы ла синыфтағы 18 баланың барыһы ла – китапхананың әүҙем китап уҡыусылары.
– Ура-а-а! Беҙ яңы йылды «Йәншишмә» гәзите менән бергә башланыҡ, – ти дүртенселәр ҡыуанышып.
Райхана БУЛАТОВА, китапханасы.
Баймаҡ районы, Билал ауылы.
Читайте нас в