+26 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Гәзитһеҙ беҙгә күңелһеҙ

Беҙ, Баймаҡ районы Кәрешкә мәктәбенең VII синыф уҡыу­сылары, «Йәншишмә«гә – синыф менән!» акцияһына дәррәү ҡушыл­дыҡ.

Синыфыбыҙҙа бөтәһе – 11 уҡыусы. Һәр эштә бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ, бер ғаилә кеүек татыубыҙ. Уҡыуҙа ла, олимпиада һәм конкурстарҙа ла һынатмайбыҙ. Йыр, бейеүгә лә әүәҫбеҙ. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған республика, район конкурстарында ла үҙ көсөбөҙҙө һынаныҡ.

«Йәншишмә»гә V синыфтан алып яҙылабыҙ, сөнки гәзит беҙгә бик оҡшай. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте, синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә йыш ҡулланабыҙ. Ә синыф сәғәттәрендә «Минең яратҡан рубрикам» исемле һөйләшеүҙәр үткәргәндә тиҫтерҙәребеҙҙең ижадына ла, гәзит биҙәлешенә лә байҡау яһайбыҙ. Үҙебеҙ өсөн бик күп мәғлүмәттәр алабыҙ. Яратҡан «Йәншишмә»беҙгә яҙылыуҙы синыф етәксеһе Яңылбикә Рауил ҡыҙы Вәлишина ойоштора. Ул беҙҙе гәзит менән дуҫлаштырғаны өсөн сикһеҙ шатбыҙ. Рәхмәт инде апайыбыҙға.

Айтуған Нәбиев.

Читайте нас: