-3 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәр ҙә яратып уҡый

Брәтәк мәктәбе 2010 йылдан туғыҙ йыллыҡ мәктәптәр рәтенә ҡалдырылды. Быға тиклем белем усағы 11 йыллыҡ ине. Әле унда 76 бала уҡый. Мәктәптә үҙ эшенә тоғро, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар эшләй.

Ә бөгөн һүҙебеҙ I синыф һәм уҡытыусылары хаҡында. Улар дүртәү: Артур Ғөбәйҙуллин, Наҙгөл Зәйнетдинова, Ислам Йәғәфәров, Наҙгөл Ситдиҡова. Уҡыусылар йыр-бейеүгә бик әүәҫ, үткәрелгән конкурстарҙа алдынғы урындар яулай. Беҙҙең мәҙәниәт йорто тарафынан ойошторолған «Тыуған көнөң менән, Ҡыш бабай», «Әсәй, әсәкәйем, ҡәҙерлем» тигән һүрәттәр бәйгеһендә лә ихлас ҡатнашып, еңеүсе булдылар.

Уҡытыусылары – Фәниә Нәғим ҡыҙы Йәғәфәрова. Ул балаларҙы төрлө яҡлап үҫтерергә тырыша, бейеү, йырҙар, театр­лаштырылған тамашалар ҡуйырға өйрәтә. Концерттарға үҙе күҙҙең яуын алырлыҡ милли кейемдәр тегә.

Берҙәм беренселәр гәзит-журналға яҙылыу башланғас та атай-әсәйҙәре менән һөйләшеп, синыф менән «Йәншишмә»гә яҙылды. Бәләкәйҙән гәзит менән дуҫ булғылары килә инде.

Сулпан ЮЛДАШЕВА.

Бөрйән районы.
Читайте нас: