+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

"Беҙҙең Ваня ла "Йәншишмә"не яратып уҡый"

Был синыфты күптән күрге килә ине. Ни тиһәң дә, 25-е лә 2022 йылдың тәүге яртыһына гәзитебеҙгә яҙылғайны бит! Улай ғына ла түгел, бишенселәр «Яҙыл да бүләк от!» уйынында ҡатнашып, Алисалы Яндекс аҡыллы колонкаһын да отҡайны. Редакция­ның Почёт грамотаһын, бүләген үҙҙәренә алып барып тапшырҙыҡ.

"Беҙҙең Ваня ла "Йәншишмә"не яратып уҡый"
"Беҙҙең Ваня ла "Йәншишмә"не яратып уҡый"

V «А» синыфында гел генә һәләтлеләр йыйылған икән. 25 уҡыу­сының 13-сө тик «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә өлгәшә. Үҙ-ара татыуҙар, берҙәмдәр, бер-береһенә ярҙамсылдар. Быйылғы уҡыу йылындағы уңыштары ла һанап бөткөһөҙ.
– Әҙилә Насирова – тарихтан, ә Вәсилә Ғәббәсова башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән бәйгеләрҙә һынатмай. Илгенә Мәҡсүтова менән Юлизә Ишмәтовалар – республика кимәлендә үткәрелгән «Китап уҡыу­сы атай-әсәй – китап уҡыусы бала» видеороликтар конкурсы лауреаттары. Әйткәндәй, улар быйыл Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» романын яратып уҡыған. Видеороликтарын да ошо әҫәр буйынса төшөргәйнеләр. Быйыл ғына шиғыр яҙыуға тотонған Илгиз Хәлитов «Кейекбаев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында сығыш яһап, «Һүҙ оҫтаһы» номинацияһында еңеү яуланы.
Синыфта спорт яратҡандар ҙа күп. Ленар Хужәхмәтов, Иҙел Мөхәмәтшин, Фаяз Мырҙабаев – футбол, Алмаз Кинйәбаев, Арыҫлан Әйүпов, Рамаҙан Хәбиев көрәш менән шөғөлләнә. Батырхан Мырҙабаев биатлонға яҙылған, аҙнаһына дүрт тапҡыр республикала киң билдәле Ишембай ҡалаһы саңғы базаһына йөрөй. Саңғы буйынса ярышта еңеүсе лә булды үҙе. Етди ҡиәфәтле Алмаз Фәтҡуллин шахмат түңәрәген һайланы.
Вәсилә Ғәббәсова, Зөһрә Баймырҙина, Гөлсөм Ғәлина, Әҙилә Әсәҙуллина, Динара Абдуллина, Эвелина Ҡаһарманова, Илнира Ниязғоловалар һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Шул уҡ Фаяз Мырҙабаев, Рита Нәзмиева, Алмаз Кәримов, Нияз Хисмәтуллин гимназияның «Алтынай» ансамблендә бейеү сер­ҙәренә өйрәнә.
Тағы ла бер шәп малай бар. Иван Гончаров ул. Синыфтың старос­таһы, тотҡаһы. Беҙҙең Ваня ла «Йәншишмә»не яратып уҡый. Китап яҙырға хыяллана, фантастик роман, – тип таныштырҙы бишенселәр менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллина.
Бүләккә ныҡ һөйөндө улар. Гәзит менән дуҫлыҡты дауам итергә һүҙ бирҙеләр. Беҙҙе:
– «Йәншишмә»гә тағы ла яҙыласаҡбыҙ, – тип оҙатып ҡалдылар.

М. СӘЙЕТОВ.
Ишембай ҡалаһы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге
2-се башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: