– Етенселәр белем усағында ла иң өлгөлө синыфтарҙың береһе тип һанала. Уҡыусылар мәктәп, район һәм республика буйынса бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Зөһрә Солтанова “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү буйынса республика кимәлендә I урын яулап мәктәбебеҙҙең данын күтәрҙе (етәксеһе – Нәзирә Ғәлина). Шулай уҡ ул Шәйехзада Бабич исемендәге шиғыр ятлау конкурсында ла I урынға (етәксеһе үҙем булдым) эйә булды. Ә Гөлшат Юнысбаева район кимәлендә рәсем буйынса олимпиадала I урын алды. Артабан да республика кимәлендә үткән олимпиадала үҙен һынап ҡараны (етәксеһе – Фирғәт Истәков), – ти синыф етәкселәре Гөлназ Риф ҡыҙы Килдеғошова.
Синыфта уҡыусылар үҙ-ара бик татыуҙар икән. Барыһы ла бейеү түңәрәгенә йөрөй. Спорт буйынса ярыштарҙа ла әүҙемдәр, китап һәм гәзит-журналдар уҡырға яраталар икән.
Афарин, етенселәр!