Хәҙер инде һынатмаҫҡа, был исемгә лайыҡ булырға кәрәк. Быны яҡшы аңлай бишенселәр. Гел алдынғы, өлгөр, әүҙем булырға тырышалар. Командирҙары Фаяз Ғабдуллин икән. Ул гел «бишле»гә генә уҡый, район буйынса математика, инглиз теленән олимпиада призёры. Шулай уҡ Аида Мансурова ла Фаяздан һис ҡалышмай. Ул да район буйынса урыҫ һәм инглиз телдәренән бәйгеләрҙә һынатмай. Синыфтың старостаһы Азалиә Заһретдинова ла һоҡландыра. Яҡшы уҡый, өлгөлө, матур итеп яттан шиғыр һөйләргә әүәҫ.
Был синыфта спорт менән дуҫ булыусылар күп. Бигерәк тә шахмат уйнарға яраталар. Төрлө спорт ярыштарында ҡатнашып торалар. Мәҫәлән, Нурсолтан Миңлебаев шахмат буйынса Әбйәлилдә генә түгел, Урал аръяғы райондары араһындағы бәйгелә лә призлы урындар яулап, мәктәп данын күтәрә.
Араларында һүрәт төшөрөргә әүәҫтәр ҙә бар: Фәниә Мөрсәлимова менән Регина Ғәлина. Һүрәттәре һоҡланғыс килеп сыға. Улар ҙа төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Ә Арсен Сөләймәнов, Хафиз Абдуллин робот техникаһы түңәрәгендә ихлас шөғөлләнә.
Нурсолтан Миңлебаев, Аида Мансурова, Фаяз Ғабдуллин, Арсен Исламов йыл аҙағында ойошторолған район Шыршы байрамына барып ҡайтҡан. Матур тамаша ҡарағандар, бүләк алып һөйөнгәндәр.
Гүзәлиә Зекрина, Динара Вәлиева, Сафия Миңлебаева, Карина Хөсәйенова, Нәркәс Йосопова, Фәриҙә Сәйетғәлина, Роза Ғәлина, Азалиә Ғәлиәкбәрова, Регина Вәлиуллина, Рамаҙан Йосопов... Һәр береһен маҡтағы килеп кенә тора.
Бишенселәр йырларға, бейергә лә ярата. Күптәре «Шатлыҡ» өлгөлө балалар бейеү ансамбленә һәм «Бал бейеүе» түңәрәгенә йөрөй. Төрлө байрамдарҙа сығыш яһайҙар.
Шайморатовсыларҙың тәҡдиме менән мәктәп уҡыусылары Байым ауылы мәҙәниәт йортонда Әсәйҙәр көнөнә арнап ауыл халҡына концерт ҡуйған. Был саранан йыйылған аҡсаны махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙамға тотонғандар. «Изгелек» акцияһына ҡушылып, бәләкәй генә өлөш индерә алыуҙарына ныҡ ҡыуанғандар.
Афарин, шайморатовсылар! Иңдәрегеҙгә легендар генералдың исеменә лайыҡлы, рухына тоғро, Башҡортостаныбыҙҙың һәм Рәсәйҙең ысын патриоттары булыу бурысы һалынған бит. Шулай булғас, һеҙ илһөйәр ҙә, телһөйәр ҙә булырға тейешһегеҙ. Башҡорт телендә сыҡҡан китаптар, гәзит-журналдар менән дуҫ булыу ҙа мөһим. Әйткәндәй, улар ошо белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфиә Бәхтийәр ҡыҙы Абдрафиҡова менән бергә «Йәншишмә»гә синыфтары менән яҙылған. Быныһы өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Зөһрә ХӘКИМОВА.
Әбйәлил районы, Байым мәктәбе.