– Башҡорт теле көнөндә беҙҙең синыфтағы һигеҙ баланың бөтәһе лә һәм үҙем «Йәншишмә»гә яҙылдыҡ. Бының өсөн ата-әсәләргә рәхмәтемде еткерәм. Балаларына матур бүләк эшләнеләр, – тип яҙа II синыфтың уҡытыусыһы, гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы Айгөл Нәғим ҡыҙы Бикмаева.
– Беҙ ҙә «Йәншишмә»гә синыф менән яҙылдыҡ. Уны яратып уҡыйбыҙ, гәзитте башҡорт теле дәресендә ҡулланабыҙ, – ти дүртенселәр ҙә. Уларҙың синыф етәксеһе – Рузалия Әхмәҙи ҡыҙы Айҙарова.
Алтынсы шайморатовсылар синыфының да «Йәншишмә»гә – синыф менән!» акцияһына ихлас ҡушылыуын белдек. Юҡҡа ғына маҡтаулы исемде йөрөтмәйҙәр! Милли рухлы, илһөйәр, телһөйәр булып үҫергә теләй улар. Шуға ла гәзитебеҙгә яҙылғандар инде. Бының өсөн синыф етәксеһе Зилә Дамир ҡыҙы Түләковаға рәхмәт әйтәбеҙ.
Был мәктәпте маҡтағандан маҡтағы килә. Директор Гөлнур Ҡотдос ҡыҙы Аҡһарова ла, уҡытыусылар ҙа һәр саҡ беҙгә ярҙам итергә әҙер генә тора. Гәзиткә яҙылыусылар күп, «Йәншишмә» үткәргән акцияларҙа әүҙем ҡатнашалар.
Дуҫлыҡ күперебеҙ ныҡ беҙҙең.