-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
13 Май 2022, 14:00

Байназарҙа — «Яҙ йәрминкәһе»

Яҙҙың иң күркәм мәлендә йылдағыса Бөрйән районының Байназар мәктәбендә уҡыусылар йәрминкә үткәргән. Шат тауыштарҙан, дәртле йырҙарҙан мәктәп алды гөрләп торған.

Уҡыусылар, ата-әсәләр, уҡытыусылар нимә генә әҙерләп килтермәгән: өҫтәлдәр бай, йәнең теләгән әйберҙе табырға була. Төрлө үҫенте-гөлдәр, тәмле-татлы ризыҡтар, ҡайнатма, төрлө һут, кәнфиттәр, ҡул эштәренең ниндәйе генә юҡ! Шулай уҡ ҡайһы бер хужабикәләр ҙә үҙҙәренең әйберҙәрен һатыуға сығарған. Йәрминкәгә килгән һәр кеше үҙенә кәрәкле әйберҙе алып ҡыуанһа, кемдер ғаилә бюджетын бер ни тиклем тулыландыра алған. Һәр синыф уҡыусылары бик тырышҡан.

Мәғлүмәт һәм фото: vk.com

Байназарҙа – “Яҙ йәрминкәһе”
Байназарҙа – “Яҙ йәрминкәһе”
Байназарҙа – “Яҙ йәрминкәһе”
Байназарҙа – “Яҙ йәрминкәһе”
Байназарҙа – “Яҙ йәрминкәһе”
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: