-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
18 Сентябрь 2022, 12:30

"Көҙгө йәрминкә"

Әбйәлил районы Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназияла "Көҙгө йәрминкә"  гөрлөп уҙған. Һәр синыф ихлас һәм  әүҙем ҡатнашҡан.  Һәр кем төрлө тәмлекәстәр бешереп, үҙе үҫтергән  йәшелсә-емештәрен һатҡан.

"Көҙгө йәрминкә"
"Көҙгө йәрминкә"

Тағы ла  һатырға ҡуйылған әйберең ҡуйылған сумманан артыҡ һатыла икән, аҡса һатҡан баланың үҙенә ҡала. Бик шәп! Үҙеңдең әйбереңде һатыуы ла күңелле  бит! Әйткәндәй, йыйылған аҡсаларын һәр  синыф үҙҙәренең фондына һалып,  файҙалана ала икән.

 Маҡтауға лайыҡ, һеҙ – гимназистар!

"Көҙгө йәрминкә"
"Көҙгө йәрминкә"
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: