-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
21 Октябрь 2022, 15:15

Беҙҙә – “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһе, – ти егерменселәр

Һәр синыф уҡыусылары үҙҙәренең өҫтәлен береһенән-береһе матур итеп биҙәп, тәмле-татлы ашамлыҡтарын теҙгән. Тирә-яҡҡа ҡурай  моңо таралған... Ҡыҫҡаһы, белем усағының фойеһы ҡайнап тора.

Һәр йәрминкә  үҙҙәренең  уңған һылыуҙары һәм мул көҙгө байлығы  менән менән хәтерҙә ҡала. Был юлы ла  гимназистар  һынатманы: миләш һәм төрлө-төрлө  япраҡтарҙан тегелгән күлдәк-ҡашмауҙары күҙҙең яуын алып торҙо. Афариндар.

Был сарала бар синыф уҡыусылары ла  Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп, ҡыуанышып өйҙәренә таралышты.

 Регина Шафиҡова.

Автор фотолары.

Беҙҙә – “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһе, – ти  егерменселәр
Беҙҙә – “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһе, – ти  егерменселәр
Беҙҙә – “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһе, – ти  егерменселәр
Беҙҙә – “Көҙгө байлыҡ” йәрминкәһе, – ти егерменселәр
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: