+9 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
31 Июль 2023, 16:30

Ҡул эше – зауыҡлы ижад

Яңыраҡ балалар уҡыу үҙәгендә ҡалабыҙҙың Октябрь районы Новостройка биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн «Йәйге фантазиялар» йәрминкәһе ойошторолдо.

Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад

Уҡыусылар китапхананың алғы осонда уңайлы итеп урынлашты, өҫтәлдәргә тауарҙарын матур итеп йәйҙе. Уларҙың тәҡдим иткән ассортименттың күплеге һәм төрлөлөгөнә иҫең китерлек. Ҡыҙғылт алма, хуш еҫле ҡамыр ризыҡтары: ҡоймаҡтар, вафлиҙар, кекстар, пицца, шулай уҡ үҙ ҡулдары менән эшләнгән биҙәүестәр...

Айырыуса уҡыу үҙәгенә килеүселәрҙең иғтибарын арзан хаҡҡа буйынса тәҡдим ителгән уйынсыҡтар, сағыу китаптар, йыйынтыҡтар йәлеп итте.

Балалар төрлө уйындар ҙа уйнап өлгөрҙө: дартс, боулинг, баҫтырыш.. Кемуҙарҙан һикергес аша һикерҙеләр.

Йәрминкә бигерәк уңышлы үтте. Һөҙөмтәлә барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды – балалар ҙа, һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа.

Фото һәм сығанаҡ: bashnl.ru

Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Ҡул эше – зауыҡлы ижад
Автор:Лилиә Солтанова
Читайте нас: