+7 °С
Ясно
VKOKМакс
Йәрминкәләр
25 Сентября 2024, 15:05

Күтәренке кәйефтә таралыштылар

Әбейҙәр сыуағының матур бер көнөндә Амангилде мәктәбендә шау-гөр килеп көҙгө йәрминкә үтте. Бөтәбеҙ ҙә уны көтөп алдыҡ. Алдан әҙерләндек тә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күтәренке кәйефтә таралыштыларКүтәренке кәйефтә таралыштылар
Күтәренке кәйефтә таралыштылар

Йәрминкә – кәрәкле сара, тип уйлайым. Сөнки балалар хеҙмәттең ҡәҙерен белергә, үҙҙәре аҡса эшләргә өйрәнергә тейеш. Уҡыусыларыбыҙ унда бик әүҙем ҡатнашты. Һәр синыф үҙ өҫтәлен сағыуыраҡ итеп биҙәргә тырышты, улар төрлө ризыҡтан һығылып торҙо. Ниндәй генә тәмлекәстәр юҡ ине: бәлеш, ҡоймаҡ, бөйөрөк, йыуаса, торт, ҡышҡылыҡҡа турама, сәй, һут, хатта ҡымыҙ ҙа һаттылар. Ҡул эштәре лә килтергәйнеләр.
Уңыш йәрминкәһенең Милли кейем көнөнә тура килеүе байрамды тағы ла сағыуыраҡ итте. Уҡыусыларҙы аллы-гөллө кейемдә күреүе икеләтә ҡыуаныс ине. Бында атай-әсәйҙәрҙең дә өлөшө ҙур: улар үҙҙәре лә милли кейемдә килеп еткәндәр.
Йәрминкәнән бөтәһе лә күтәренке кәйефтә таралышты.

Люциә ҒАТАУЛЛИНА.
Әбйәлил районы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас