-5 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Йәрминкәләр
1 Ноябрь , 11:54

Ҡоймаҡ менән һыйланыҡ

Ашнаҡсылар көнөнә арнап гимназиябыҙҙа үҙенсәлекле байрам ойошторорға булдыҡ. Унда бөтә синыф менән ҡатнаштыҡ.

Ҡоймаҡ менән һыйланыҡ
Ҡоймаҡ менән һыйланыҡ

Белем усағыбыҙҙа үҙ эшен яратып башҡарған оҫта, тәжрибәле ашнаҡсылар эшләй. Улар көн һайын беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлай. Ашнаҡсы апайҙарҙан өлгө алабыҙ. Үҙебеҙҙең заманса йыһазландырылған аш-һыу бүлмәһе бар. Унда төрлө ризыҡтар бешерергә өйрәнәбеҙ.
Бер көндө малайҙар менән ҡоймаҡ бешереп ҡарарға булдыҡ. Әмир Ғәниев он иләне, Антон Маренков туҡыны, башҡалар ҙа тик торманы. Бергәләп тотонғас, теләгебеҙгә ирештек. Ҡулыбыҙҙан килә икән, тип ҡыуандыҡ.
Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ашнаҡсыларҙы үҙебеҙ бешергән ҡоймаҡ менән һыйланыҡ.

Таһир ҒӘЗИЗОВ, VII синыф уҡыусыһы.
Ағиҙел ҡалаһындағы башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: