Быйылғыһы «Тыуған ерем байлыҡтары» тип аталды һәм Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә тура килеүе менән үҙенсәлекле булды. Балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә үҙ милләтен сағылдырған ниндәйҙер атрибутика тағып килгән. Етмәһә, быйыл Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы 55 йәшен билдәләй: һәр синыф ошо иҫтәлекле датаға арналған айырым ризыҡ та әҙерләгән. Их, тәмлекәстәрҙең күплеге!
IV «Б»-лар менән беҙҙе Лилиә Барый ҡыҙы Мәҡсүтова һәм Гүзәл Альберт ҡыҙы Ғәлимова таныштырҙы. Өҫтәлдәре һый-ниғмәт менән тулы, теләһәң – бәлеш, ҡоймаҡ, теләһәң – компот ал. Һәр кем күпме аҡса эшләй – шуны үҙендә ҡалдыра икән. Синыфта 31 бала белем ала, етәкселәре – Динара Рәжәп ҡыҙы Латипова. Әүҙем әсәйҙәрҙең береһе Алина Даян ҡыҙы Хәлилова һатыусылар өсөн күҙ яуын алырлыҡ алъяпҡыстар ҙа теккән, эй, матур булып торалар ине! Саған япраҡлы ҡорамаһы иһә синыф торған мөйөштө айырыуса биҙәне.
II «Б» синыфы уҡыусылары өҫтәле эргәһендә лә бигерәк күңелле булды. Уҡытыусылары Зөһрә Ильяс ҡыҙы Ҡазыханова менән тәрбиәселәре Рәйфә Ишбулды ҡыҙы Ғимаева ныҡ тырышҡан, ата-әсәләр ҙә ҙур ярҙам күрһәткән. Алита Даян ҡыҙы Лоҡманова идеяһы менән өҫтәлде юҡҡа ғына «Милли биҙәк» тип атамағандар: һөт, ҡаймаҡ, эремсек, ҡорот, һалма, бал кеүек башҡорт аш-һыуын килтергәндәр. Ҡул эштәре лә өҫтәлде йәмләп торҙо. Таҡмаҡ-шиғырҙар менән презентациялары күңелле үтте.
Байрамда «Иң сағыу биҙәлгән өҫтәл» һәм «Иң сағыу презентация» номинацияларында еңеүселәр билдәләнде. Әммә һәр синыф маҡтауға лайыҡ – барыһы ла яҡшы әҙерләнгән, афарин! Ҡояшлы көҙҙөң матур бер иҫтәлеге булып ҡалды быйылғы йәрминкә.
Автор фотолары.